СЫҒЫМ ҮЛСӘГЕС, ваҡыт берәмеге эсендә прибор аша аҡҡан мөхиттең күләмен йәки ауырлығын үлсәү приборы. Шыйыҡсаларҙы, парҙы йәки газды етештергәндә, ебәргәндә, ҡулланғанда һәм һаҡлағанда уларҙы иҫәпләү һәм контролдә тотоу, ш. уҡ автоматлаштырылған контроль һәм көйләү системаларындағы технологик һәм йылылыҡ‑энергетика процестарын көйләү өсөн файҙаланыла. Ҡайһы бер С.ү. (башлыса махсус тәғәйенләнешле) үлсәүҙең индукция, ультратауыш, радиоактив һ.б. ысулдары ҡулланыла. Индукция, йылылыҡ, өйрөлмә һ.б. С.ү. айырыла. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. “БашНИПИнефт”тә (И.Ә.Фәхриев һ.б.) – нефть скважиналарын тикшереү өсөн респ. тәүге манжет пакерлы РГД‑1 дистанцион С.ү., 60–70‑се йй. колонналарҙың герметиклығын тикшереү өсөн РГД‑3, РГД‑4, РГД‑5 приборҙары эшләнгән. 70–80‑се йй. “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһында (Г.А.Белы- шев һ.б.) – эшләгән аҙ дебитлы скважиналарҙағы артыу профилен тикшереү һәм аныҡ итеп төҙөү (айырыу һәләте булыу иҫәбенә), приборҙы асыҡ пакерлы скважинаның көпшәһе буйлап һуҙыу ваҡытында үлсәүҙәр үткәреү өсөн идара ителгән пакерлы геркон үҙгәрткесе булған РТ‑36 һәм индукция үҙгәрткесе булған РТ‑36В скважина С.ү.; 80–90‑сы йй. – приборҙы көпшә буйлап ҙур тиҙлек м‑н һуҙғанда скважиналарҙы тикшереү өсөн алмаштырыла торған үлсәгес головкалары булған РД‑150/60 С.ү.; 1990–2009 йй. скважинаға торба (50 мм) аша йыйылған килеш (36 мм тиклем) төшөрөлөп, артыу йәки һыйҙырышлыҡ профилен тикшереү интервалында асылған РФ‑тағы тәүге асылмалы турбиналы (диам. 80 мм) дистанцион (автоном) “Гранат‑Р” С.ү. уйлап табылған, уның ярҙамында диам. 130 мм булған колонналағы сығымды үлсәргә мөмкин. Асыштар БР, РФ, Белоруссия, Ҡаҙағстан, АҠШ һ.б. илдәрҙә ҡулланыла.

Г.А.Белышев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика