СЫРЧИН Анатолий Константинович (13.8.1941, Өфө), тренер. Парашют спорты б‑саСССР‑ҙың атҡ. тренеры (1984), СССР‑ҙың спорт мастеры (1961), СССР‑ҙың почётлы спорт мастеры (1967), халыҡ‑ара (1988) һәм бөтә Союз (1976) категориялы судья. ӨАИ‑ны (1968), Ю.А.Гагарин ис. Хәрби‑һауа акад. (Мәскәү өлк. Монино ҡасабаһы, 1987) тамамлаған. ДОСААФ авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры М.С.Ғәлиәкбәров). РСФСР‑ҙың абс. чемп. (1964), СССР (1963—65), Хәрби‑һауа көстәре һәм СССР Ҡораллы көстәре (1970—76) чемп., Австрия кубогын яулаусы (1964), “Одраның күк таҫмаһы” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (Польша, 1973); ветерандар араһында Рәсәй чемп. (2008—09). Парашют м‑н билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б‑са төркөмләп төнгө һикереүҙәрҙә донъя һәм СССР рекордсыһы (1962—63). 1962—69 йй. БАССР ДОСААФ‑ы йыйылма командаһы тренеры; 1977—85 йй. СССР Хәрби‑һауа көстәре йыйылма командаһының өлкән тренеры, 1983—89 йй. парашют спорты б‑са СССР Ҡораллы көстәре тренеры; 1995—2000 йй. парашют‑тау саңғыһы б‑са РФ РОСТО йыйылма командаһының өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында СССР‑ҙың һәм Рәсәйҙең 3 атҡ. спорт мастеры, 9 халыҡ‑ара класлы һәм 27 спорт мастеры бар. Ҡыҙыл Йондоҙ (1985), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” (1977) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж.М.Н.Моратшина

 

Яндекс.Метрика