СҮСЛЕ-ОПТИК ЭЛЕМТӘ ЛИНИЯҺЫ, мәғлүмәт сигналдары кварцлы сүс яҡтылыҡ йөрөткөстәр (оптик сүстәр) б-са тапшырылған оптик элемтә линиялары. Элемтә системаларында, кабель телевидениеһында, транспортта, производство процестарын автоматлаштырыу һ.б. өсөн файҙаланыла. Респ. 20 б. 80-се йй. алып оптик яҡтылыҡ йөрөткөстәр эшләү технологияһын булдырыу б-са ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре алып барыла. 1989 й. БАССР-ҙың Элемтә производство-техник идаралығы (ҡара: “Башинформсвязь”) тарафынан “Солитон” ҒТИ м-н берлектә “Солитон” ҒТИ-нда эшләнгән оптик сүстәрҙе файҙаланып респ. тәүге (СССР-ҙа тәүгеләрҙең береһе) цифрлы күп каналлы (потенциаль һыйышлығы 2400 канал булған) Өфө–Стәрлетамаҡ С.-о.э.л. һуҙыла һәм файҙаланыуға тапшырыла. 90-сы йй. уртаһынан “Интек” фирмаһында (Өфө) С.-о.э.л. өсөн каналдары аҙ булған мультиплексорҙар уйлап табыла һәм етештерелә. Урал элемтә производство-техник идаралығының “Связьтранснефть” ААЙ филиалы (Өфө) һәм Куйбышев т. юлының Башҡортостан бүлексәһе өсөн Өфө–Черниковка–Восточная участкаһында аппаратураһы “Солитон” ҒТИ-нда эшләнгән 120 каналлы оптик элемтә-технологик линияһы файҙаланыуға тапшырылған. 90-сы йй. аҙ. С.-о.э.л. “Башкирэнерго” (1250 км), “Башнефть” (460 км), “Башинформсвязь” (2510 км) ААЙ‑нда һ.б. һуҙыла. 2001 й. ӨДАТУ-ла (“Башкирэнерго” ААЙ-ның “Энергосвязь” пр-тиеһы м-н берлектә) ғилми-тикшеренеү лаб. ойошторола, унда С.-о.э.л. селтәрҙәрендә спектраль тығыҙлау б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә һәм технологиялар эшләнә. Аппаратураның ышаныслы булыуын тәьмин итер өсөн респ. “Башинформсвязь” ААЙ-нда С.-о.э.л. селтәре ҡулса структураһы буйлап ойошторолған. 2005 й. аҙ. көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш ҡулсалары төҙөлөп бөтә, 2007 й. Өфө оптик элемтә линиялары ярҙамында респ. бөтә ҡалалары һәм район үҙәктәре м-н тоташтырыла. БР-ҙың телефон селтәре респ. терр-яһы б-са үткән халыҡ-ара һәм ҡала-ара С.-о.э.л. аша бөтә донъя селтәренә тоташтырылған.

И.Х.Ғәлиев, В.Т.Соловейчик, А.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика