СУХОВ Анатолий Петрович (26.11.1948, Өфө), тренер. Мотоспорт б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1983), СССР‑ҙың спорт мастеры (1972). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1980). Төҙөлөш тресы №3 спорт мотоклубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Б.А.Самородов, Н.Ф.Чернов). Боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са СССР (1972) һәм РСФСР (1973) шәхси чемпионаттарының бронза призёры, “Башҡортостан” командаһы составында спидвей б-са команда ярыштарында СССР чемп. (1967—69), СССР чемпионаттарының көмөш (1975) һәм бронза (1977—78) призёры. 1973 й. алып 3‑сө Төҙөлөш тресының “Башҡортостан” спорт мотоклубы командаһының тренеры, 1980 й. — өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1982—86 йй. спидвей б‑са СССР йыйылма командаһы тренеры, 1986 й. — ДОСААФ балалар һәм үҫмерҙәр спорт‑техник мәктәбендә мотоспорт б‑са тренер;  2000—02 йй. Ғ.Ҡадиров ис. “Башҡортостан” спорт клубында боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са тренер. С. етәкс. “Башҡортостан” командаһы СССР чемп. (1981—83), СССР чемпионаттарының көмөш призёры (1980, 1984), “Башҡортостан” командаһы — Рәсәй чемп. (2002) була. Тәрбиәләнеүселәре араһында Н.К.Корнев, М.Л.Старостин, Р.Р.Сәйетгәрәев, ш. уҡ 10‑дан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

 

Н.А.Ермоленко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика