СТРОКИН Андрей Александрович (9.5.1977, Чернушка ҡ.), спортсы. Йөҙөү б-са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001). БДПИ‑ны тамамлаған (1998). 18‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.М.Зонтова, И.Л.Тверяков), 1999 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай. Паралимпия уйындары чемп. (2000; 3 тапҡыр, 2004), бронза призёры (2004; 2 тапҡыр, 2008); донъя (1998, 2003, 2007) һәм Европа (1999) чемп.; донъя чемпионаттарының көмөш (2002) һәм бронза (2006) призёры; күреү б-са инвалидтар араһында 50 һәм 100 м аралыҡҡа ирекле стилдә һәм брасс м‑н йөҙөүҙә күп тапҡыр Рәсәй чемп. һәм донъя рекордсыһы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998 й. алып). Почёт (2006), Дуҫлыҡ (2002); “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2004), Халыҡтар дуҫлығы (2000), Салауат Юлаев (2008) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Яндекс.Метрика