СҮКЕҮ, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеүҙең бер төрө. С. ваҡытында инструмент ҡыҙҙырылған әҙерләмәгә күп тапҡыр һуғып тәьҫир итә, һөҙөмтәлә ул кәрәк форманы һәм үлсәмдәрҙе ала. Сүкеү инструменттары: һуҡҡыс, балта, тишкес, разгонка, ҡыҫҡыс һ.б. Машина һәм нәфис С. (ҡулдан С.) айырыла. С. технологик процесы билдәле бер тәртиптә сиратланып килгән төп һәм ярҙамсы операцияларҙан тора: ҡырҡып алыу, ултыртыу, һуҙыу, бөгөү, ишеү, тишеү, киртеү, сығарыу, йәйеү һ.б. Металдарҙың деформацияланыуын кәметеү һәм һығылмалылығын арттырыу өсөн сүкеү алдынан әҙерләмәне ҡыҙҙыралар. Ҙур кире үҙгәреүсән пластик деформация иҫәбенә юғары кимәлдәге файҙаланыу үҙенсәлектәрен тәьмин иткән металл структураһы алына. Машина м-н С. ярымфабрикаттар (поковка) әҙерләү өсөн файҙаланыла, һуңынан механик юл м-н эшкәртеп уларҙан төрлө тәғәйенләнешле машина деталдәре һәм механизмдар (гидрогенератор валдары, турбина дискылары, прокатлау стандарының валдары, инструменттар һ.б.) яһала; ҡулдан С. – биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиеларын яһау өсөн ҡулланыла (ҡара: Нәфис металл сәнәғәте). 20 б. нәфис С. ваҡытында программалаштырылған идара ителмәле махсуслаштырылған ҡорамалдар ҡулланыла башлай. С. – борондан уҡ билдәле булған һөнәр, 19 б. сәнәғәт тимерлек-штамплау технологияларының нигеҙе була. Башҡортостанда машина С. “Автонормаль”, “Гидравлика”, “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә” һ.б. ҡырҡыу инструменттарының (ҡырҡҡыстар, бырауҙар, фрезалар һ.б.), штамплау ҡорамалдарының (матрицалар, пуансондар һ.б.) әҙерләмәләрен яһағанда, ремонт мастерскойҙарында киң ҡулланыла. Нәфис С. “Ремесло” ЯСЙ-ында (Өфө) һәм респ. башҡа бәләкәй пр-тиеларында сүкеп эшләнгән изделиелар (өй йыһаздары, бүлмә һәм офис әйберҙәре, кәртә, рәшәткәләр һ.б.) етештергәндә ҡулланыла.

В.М.Грешнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика