СТЕПАНОВ Сергей Александрович (27.7.1968, Өфө), спортсы. Ҡаяға үрмәләү спорты б‑са Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). “Буревестник” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры З.З.Мырҙаханов). Рәсәй чемп. (2 тапҡыр, 2000), хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм полицейскийҙар араһында Европа чемпионатының бронза призёры (1999). 1999 й. алып 11‑се СДЮСШОР‑ҙың өлкән тренер‑уҡытыусыһы, 2005 й. башлап Киров р‑ны, 2009 й. — Өфө физик культура һәм спорт ком‑ттары рәйесе. БР Ҡаяға үрмәләү федерацияһы рәйесе (1998— 2001).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика