АУЫЛ ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, сельпо, ауылда ҡулланыусылар кооперацияһын ойоштороу формаһы. Көндәлек ихтыяж тауарҙарын һатыу, халыҡтан а.х. продукттарын, эшкәртелмәгән тире, йөн һ.б. һатып алыу, ш. уҡ ҡулланыусыларҙы кредитлау, тирмәндәр, ашханалар төҙөүҙе һ.б. тормошҡа ашырған.

Өфө губ. тәүге А.ҡ.й. 1883 й. Бәләбәй өйәҙенең Яңы Троицкий а. ойошторола, 1911 й. 44 А.ҡ.й. эшләгән. А.ҡ.й. революциянан (1917) һуң нығыраҡ үҫеш ала. 1931 й. Башсоюз (ҡара: Ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы) составында 1190 А.ҡ.й. иҫәпләнгән. Магазиндарҙа һәм кибеттәрҙә аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба, кейем, аяҡ кейеме, галантерея, инструменттар, хужалыҡ тауарҙары һ.б. һатылған. 60‑сы йй. махсуслаштырылған магазиндар барлыҡҡа килә. А.х. продукцияһын эшкәртеү, йәмәғәт туҡланыуы, 90‑сы йй. башынан халыҡҡа көнкүреш хеҙмәтен күрһәтеү үҫешә. 1991 й. Башҡортостанда 68 А.ҡ.й. эшләгән. 1997 й. респ. ҡулланыусылар кооперацияһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә, А.ҡ.й. район ҡулланыусылар йәмғиәттәре составына индерелә.

Р.Ә.Хисаметдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина