СТАДИОНДАР (гр. stadion — спорт ярыштары өсөн урын), тамашасы өсөн трибуналар м‑н уратып алынған спорт йәҙрәһен (футбол яланы, еңел атлетика өсөн йүгереү юлдары, һикереү һәм ырғытыу урындары), спорт уйындары һәм гимнастика өсөн майҙансыҡтарҙы индергән комплекслы спорт ҡоролмалары. Башҡортостанда беренсе С. 1934 й. Өфөлә төҙөлә (ҡара: “Динамо”). Иң ҙур С.: “Нефтсе”, “Төҙөүсе”, Гастелло Н.Ф. исемендәге стадион (бөтәһе лә — Өфө),Октябрҙең 50 йыллығы ис. стадион (10500 тамашасыға иҫәпләнгән; Салауат ҡ.), “Торос” (Нефтекама ҡ.), “Содовик” (6200; Стәрлетамаҡ ҡ.), “Стадион”, “Нефтсе” (Ишембай ҡ.) һ.б.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика