СУШКО Борис Константинович (20.6.1947, Өфө), физик. Техник ф. д-ры (2009). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987). БДУ-ны тамамлаған (1975). 1965 й. алып ӨПЭЗ-дә, 1973 й. – БДУ-ла (1979 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге электр оптикаһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, электронлы-ионлы технологик процестар м-н идара итеү өсөн аппараттар эшләүгә арналған. С. тарафынан металл булмаған материалдарҙың электр һәм электростатик үҙсәнлектәрен һәм тишелеү сиген билдәләү б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә; материалдарҙың электр үҙсәнлектәрен үлсәү ысулдары һәм приборҙары, электростатик ҡырҙарҙың көсөргәнешлелеген һәм диэлектриктарҙың өҫкө йөҙөндәге зарядтарҙың тығыҙлығын үлсәү приборҙары, диэлектрик материалдарҙың электростатик үҙсәнлектәрен билдәләү өсөн ҡоролмалар һ.б. уйлап табыла. Асыштары БР һәм РФ-тың башҡа төбәктәре пр-тиеларында индерелгән. 150-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Измеритель напряжённости электростатического поля с дифференциальным датчиком //Датчики и системы. 2004. №4; Измеритель заряда статического электричества в набегающем потоке //Там же. 2004. №9.

В.М.Сапельников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика