“СТАДИОН”, МУП. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1951 й. ҡала нефтселәр профсоюзы ком‑тының “Нефтсе” стадионы булараҡ асыла, 1992 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Спорт залы (25х6 м), футбол яланы (100х70 м), мотоуҙыштар өсөн ҡырсын юл (400 м), йәҙрә ырғытыу, бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү өсөн секторҙар, судьялар һәм радиокомментатор өсөн кабиналар, трибуналар (5000 урын) бар. “С.” базаһында 4‑се ДЮСШ һәм спидвей б‑са“ЛУКОЙЛ—Башҡортостан” спорт‑техник клубы эшләй. 1963—91 йй. стадионда СССР, 1992 й. алып Рәсәй чемпионаттары, 2005 й. — спидвей б‑са Р.М.Мәрҙәншин мемориалы үткәрелә.

Р.А.Әхтәмов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика