СУЛПАН, Зөһрә, Ҡояш системаһының Ҡояштан алыҫлығы б‑са икенсе урында торған һәм Ергә иң яҡын планетаһы. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 107,5 млн км (0,72 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 224,7 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 243 тәүлек. С. әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы перпендикуляр тиерлек, шуға күрә климаттың миҙгел үҙгәреүҙәре планетала ҙур түгел. Күсәре тирәләй әйләнеү йүнәлеше Ҡояш тирәһендә әйләнеү йүнәлешенә ҡапма-ҡаршы (көнсығыштан көнбайышҡа табан). Диам. 12,1 мең км. Массаһы 4,9∙1024 кг. Уртаса тығыҙлығы 5,25∙103 кг/м3. Атмосфераһының химик составы: азот (3% самаһы), углекислый газ (97% самаһы), һыу пары (0,05%) һ.б. ҡатышмалар. Ер төркөмө планеталары араһында С. атмосфераһы иң ҡуйы; өҫкө ярустағы болоттарында концентрацияланған көкөрт кислотаһы бар. С. Ҡояш тәүлеге 117 Ер тәүлеген тәшкил итә. С. – күк йөҙөндәге иң матур яҡтыртҡыстарҙың береһе, сағыулығы б-са Ҡояштан һәм Айҙан ҡалыша; макс. яҡтылығы – 4,7 йондоҙ дәүмәле. БР терр-яһында Ҡояш м‑н тоташҡан мәлдәренән башҡа һәр ваҡыт күренә. Күк йөҙөнөң көнсығыш өлөшөндә Ҡояш ҡалҡыу алдынан һәм көнбайышта – байыу алдынан күҙәтелә. Башҡорттар Сулпан (“Таң йондоҙо”) йәки Зөһрә (“Киске йондоҙ”) тип йөрөтә; С. т‑да күҙаллауҙар легенда һәм риүәйәттәрҙә (“Зөһрә йондоҙ”) сағылыш тапҡан.

У.Ш.Баязитоа

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика