“СПУТНИК‑ЮЛДАШ”, халыҡ‑ара туризм бюроһы, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан. БР, РФ һәм сит илдәргә сәйәхәттәр ойоштора. 2008 й. 20 кеше эшләгән, 8000‑гә яҡын турист хеҙмәтләндерелгән, 250,0 млн һумға хеҙмәт күрһәтелгән. 1968 й. “Спутник” халыҡ‑ара туризм бюроһы булараҡ ойошторола, 1991 й. алып хәҙ. исемендәге ЯСШ, 1997 й. хәҙ. статусын ала.

И.В.Вәлиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.