СПОРТ‑ТЕХНИКА МӘКТӘПТӘРЕ, хеҙмәткә саҡырыу йәшенә тиклемге йәштәрҙе ҡораллы көстәр рәтендә хеҙмәт итергә әҙерләгән, техник һәм ғәмәли‑хәрби спорт төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткән махсус учреждениелар. Башҡортостанда тәүге пуля менән атыу б‑са балалар‑үҫмерҙәр С.‑т.м. 20 б. 70‑се йй. уртаһында ДОСААФ (ҡара: Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) эргәһендә асыла, 80—90‑сы йй. мотоспорт б‑са балалар‑үҫмерҙәр С.‑т.м. (икеһе лә — Өфө), 1987—2004 йй. ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр, велосипед спорты, полиатлон, пуля м‑н атыу бүлектәре булған РОСТО‑ның балалар‑үҫмерҙәр махсус С.‑т.м. эшләй; 2006 й. алып мотокросс һәм спидвей бүлектәре булған “Спидвей” балалар‑үҫмерҙәр С.‑т.м. (икеһе лә — Салауат ҡ.) эшләп килә.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика