СТРАХОВКАЛАУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, Башҡортостандың коммерция страховкалау ойошмаларының ирекле берләшмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Ассоциацияны төҙөү маҡсаты – БР-ҙа страховкалау эшмәкәрлеген үҫтереү, нығытыу һәм хоҡуҡи яҡланыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән страховкалаусылар хеҙмәттәшлеге, физик һәм юридик шәхестәрҙең шәхси һәм мөлкәт мәнфәғәттәрен соц. яҡлауҙы гарантиялау.

О.Н.Гневашева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика