СПОРТТА МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР, рәсми халыҡ‑ара һәм милли спорт ярыштарында күрһәтелгән ҡаҙаныштар һәм спорт классификацияһы б‑са билдәләнгән нормативтарҙы үтәгән өсөн, пед. һәм тренерлыҡ эшмәкәрлектәре һ.б. өсөн бирелә. 1966 й. БАССР‑ҙың спорт йәмғиәттәре һәм ойошмалары союзы “БАССР‑ҙың иң яҡшы физик культура хеҙм‑ре” (беренселәрҙән булып был маҡтаулы исемде Н.Я.Андреев, И.Е.Дизенко, Н.Н.Филипповых һ.б. ала), “БАССР‑ҙың иң яҡшы тренеры” (Э.Х.Абелев, Б.М.Мосиевич, Н.Е.Веремей), “БАССР‑ҙың иң яҡшы судьяһы” маҡтаулы исемдәрен булдыра. 20 б. 70—80‑се йй. Башҡортостандың физик культура һәм спорт хеҙм‑рҙәренә “БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре” почётлы исеме бирелә (ҡара: Маҡтаулы исемдәр). Беренсе булып был маҡтаулы исемгә 1976 й. дек. физик культура тренерҙары һәм уҡытыусылары З.Х.Адеев, А.П.Арпишкин, С.Й.Байгилдин, Н.Н.Безносов, Веремей, М.Й.Ғарифуллин, Н.И.Митькин, В.К.Скворцов, М.А.Шәмиғолов лайыҡ була. 1985 й. 17 сент. БАССР ЮС‑ы Президиумы “БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре” (1992 й. башлап “БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре”) маҡтаулы исемен булдыра, 1985 й. дек. был исем Өфө резина‑техник изделиелар з‑дының производство гимнастикаһы б‑са өлкән методисы Е.Ф.Волковҡа бирелә. 1993 й. 16 июлендә БР МС‑ы тарафынан “БР‑ҙың күренекле спортсыһы” маҡтаулы исеме булдырыла, тәүгеләрҙән булып был маҡтаулы исемде Ю.Д.Дудорин, Ғ.Ф.Ҡадиров, В.П.Лимасов, И.А.Плеханов ала. Респ. спортсылары һәм тренерҙары ш. уҡ СССР, РСФСР һәм РФ С.м.и. лайыҡ була. “СССР‑ҙың спорт мастеры” маҡтаулы исеме (респ. тәүге тапҡыр) Ярославль—Мәскәү маршруты б‑са күп көнлөк саңғы уҙышында ҡатнашҡаны өсөн З.Фәризовҡа (1938); “СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры” (1960) һәм “СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры” (1965) — Олимпия уйындарындағы һәм донъя чемпионаттарындағы ҡаҙаныштары өсөн Г.В.Вагановҡа; “РСФСР‑ҙың милли спорт төрө б‑са спорт мастеры” маҡтаулы исеме көрәш бәйгеһе б‑са РСФСР чемпионатында уңышлы сығыш яһағаны өсөн Ғ.Л.Ҡоҙаҡаев, Ф.Ғ.Ҡотдосов, М.Мәмлиев, Р.Ғ.Мортазинға (1970) бирелә. Тренерҙар араһында респ. беренсе булып “СССР‑ҙың атҡ. тренеры” — Х.М.Йосопов (1975), “РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры” — Абелев (1968), “РСФСР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре” маҡтаулы исемен М.М.Лаптев, Йосопов (икеһе лә — 1985) ала; физик культура һәм спорт хеҙм‑рҙәре һәм уҡытыусылары араһында “СССР‑ҙың физик культура отличнигы” маҡтаулы исеменә Д.А.Борисов, Дизенко, А.А.Иванов (бөтәһе лә — 1949) һ.б. лайыҡ була. Респ. тәүгеләрҙән булып “Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры” маҡтаулы исеменә Р.А.Баталова, С.А.Севостьянов (икеһе лә — 1992); “Рәсәйҙең атҡ. тренеры” — Ә.Ғ.Агеев (1992), Г.И.Алексеев (1993) һ.б. лайыҡ була. Башҡортостанда РФ һәм БР С.м.и. 2 меңгә яҡын кешегә бирелә.

Әҙәб.: Аюпов Р.А. Государственные, ведомственные награды, спортивные и почётные звания спортсменов, тренеров и спортивных работников Башкортостана. Уфа, 1998.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика