АСЫ, урғылыусы минераль һыу сығанаҡтары, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑нында, Тоҙйылға й. (Инйәр й. ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Асы а. терр‑яһын үҙ эсенә алған 2 км аралыҡта 17 сығанаҡ бар, шуларҙың 14‑е — минераль һыулы. Рифейҙың елмәрҙәк, ҡытау һәм инйәр свиталары тоҡомдарында (һәүерташтар, эзбизташтар) формалашалар. Дөйөм дебиты — яҡынса 30 л/с. Сығанаҡтар аҙ (1,1—3,4 г/л) һәм юғары (16,8—20,5 г/л) минераллы. Беренсе төркөм сығанаҡтары шифалы‑эсәр һыулы, тоҙҙар миҡдары (%): натрий хлориды (28,1—68,1), кальций сульфаты (10,8—16,3), кальций гидрокарбонаты (7,3—33,5), магний хлориды (1,5—24), кальций хлориды (2,7—6); микроэлементтар миҡдары (мг/л): бром (4,5), бор (0,8), фтор (0,1); газ составы б‑са азотлы, т‑раһы 7°С. Икенсе төркөм сығанаҡтары шифалы, бальнеологик һыулы, тоҙҙар миҡдары (%): натрий хлориды (74,6—76,5), кальций сульфаты (14,1—14,9), магний хлориды (6,5—8), магний сульфаты (1,7—3,1), кальций гидрокарбонаты (0,4—0,9); микроэлементтар миҡдары (мг/л): кремний (14,6—22,9), бром (7,6—8,5), бор (4,4—10,1), фтор (0,3), мышаяҡ (0,004—0,008); газ составы б‑са азотлы, т‑раһы 15—15,3°С. Сығанаҡтарҙа минераль ләмдәр (ҡатлам ҡалынлығы 0,2—1 м) бар. Ландшафы киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандарҙан тора. Сығанаҡтарҙың һыуы “Асы” шифаханаһында файҙаланыла. 90‑сы йй. уртаһынан эсәр һыуҙы шешәләргә тултырыу ойошторолған.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов