СТАРИКОВ Владимир Николаевич (15.1.1940, БАССР-ҙың Ишембай р-ны Егән а. – 28.4.2007, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д-ры (1988), проф. (1990). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ эшләй. 1970 й. алып СССР ФА БФ-та (өлкән ғилми хеҙм-р, лаб. мөдире). 1973 й. башлап Төмән индустриаль ин-тының хисаплау математикаһы каф. мөдире. 1975 й. алып ӨДАТУ-ла: Хисаплау үҙәгенең, 1983 й. – Автоматлаштырылған проектлау системаһы бүлегенең ғилми етәксеһе, 1990 й. башлап информатика каф. мөдире, 1991 й. – проректор һәм Башҡ-н респ. яңы мәғлүмәт технологиялары үҙәге етәксеһе. 1994–2003 йй. Өфө дәүләт сервис ин-тының информатика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1996–98 йй. БДУ-ла: уҡытыуҙың яңы мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире һәм 1997 й. алып Интернет үҙәге директоры. 2003–07 йй. Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин-тының Өфө филиалында фәнни эштәр б-са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге математик модель әҙерләүгә, мәғлүмәт технологияларын эшләүгә арналған. С. тарафынан скважиналарҙы геофизик тикшереү ысулдары үҫтерелгән, нефть-газ ятҡылыҡтарын Монте‑Карло ысулы м-н эҙләү, разведкалау һәм эксплуатациялауҙың геол. мәсьәләләре хәл ителгән, уҡытыуҙың компьютер системалары, юғары уҡыу йорттары м-н идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары һ.б. уйлап табылған. 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Алгоритмы Монте-Карло в ядерной геофизике. Новосибирск, 1985 (авторҙ.); Автоматизированное проектирование в системе AutoCAD 13. Уфа, 1996.

С.В.Тархов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика