СПОРТ‑ҺАУЫҠТЫРЫУ КОМПЛЕКСЫ. Туймазы ҡ. урынлашҡан. 1980 й. “Спартак” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының физик культура йорто булараҡ асыла, 1987 й. алып Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте, 1992 й. — “Олимпиец” спорт‑һауыҡтырыу комплексы, 2000 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Бассейны (25х16 м), 2 электрон таблоһы һәм трибуналары (500 урынлыҡ) булған спорт залы (60х17 м), бокс (18х17 м), көрәш (20х12 м), шейпинг (12х12 м), фитнес (10х6 м), тренажёр (17х12 м, 15х6 м) залдары, 2 футбол яланы (120х60 м, 10000 урынлыҡ трибуна; 100х50 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), оҙонлоҡҡа һикереү өсөн сектор, саңғы базаһы, 2 теннис корты, хоккей майҙаны һ.б. бар. Бодибилдинг, бокс, волейбол, дзюдо, еңел атлетика, йөҙөү, пауэрлифтинг, самбо, саңғы ярышы, спорт аэробикаһы, теннис, футбол, шайбалы хоккей, шахмат һ.б. секциялар эшләй. С.‑һ.к. йөҙөү б‑са “Спартак” ДСО‑һының Үҙәк советы беренселектәре (1985, 1988) һәм инвалидтар араһында Рәсәй чемпионаты (2004), акробатика б‑са РСФСР чемпионаты (1989), футбол б‑са “Спартак” (Туймазы) һәм СССР ветерандары йыйылма командалары араһында иптәштәрсә осрашыу (1988, 1991), волейбол б‑са “Локомотив” ДСО‑һының (1985), “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәтенең (1997) Үҙәк советы беренселектәре һәм инвалидтар араһында Рәсәй чемпионаты (1993), кикбоксинг б‑са клубтар араһында Рәсәй чемпионаттары һәм беренселектәре (2009—13) үткәрелә.

Р.М.Мансуров

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Илл.: Спорт‑һауыҡтырыу комплексы

Яндекс.Метрика