СПОРТ‑ҺАУЫҠТЫРЫУ КОМПЛЕКСЫ, ӨДНТУ‑ға ҡарай. Өфөлә урынлашҡан. Составына стадион һәм 1‑се уҡыу‑физкультура корпусы (1967 й. төҙөлгән), 2‑се уҡыу‑физкультура корпусы (1997) инә. Стадионда футбол яланы (120х60 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), гимнастика ҡаласығы, 2 баскетбол майҙансығы, мини‑футбол өсөн 4 майҙансыҡлы корт; 1‑се корпуста — көрәш (20х12 м), спорт (40х15 м), ауыр атлетика (15х6 м) залдары; 2‑се корпуста — спорт (72х24 м) һәм тренажёр (18х6 м) залдары бар. Бадминтон, баскетбол, бейеү спорты, бокс, волейбол, гандбол, гер спорты, грек‑рим көрәше, дзюдо, еңел атлетика, кикбоксинг, көрәш, мини‑футбол, өҫтәл теннисы, пауэрлифтинг, полиатлон, самбо, спорт аэробикаһы, шахмат һ.б.секциялар эшләй. Спорт комплексында йыл һайын волейбол (1994 й. алып) һәм гандбол (1998 й. алып) б‑са юғары лиганың Рәсәй чемпионаттары, студенттар араһында бейеү спорты б‑са Рәсәй кубогы (2006 й. алып) уҙғарыла, 1998 й. һәм 2006 й. Рәсәй нефть‑газ юғары уҡыу йорттары спартакиадаһы үткәрелә.

Л.Е.Матузов

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика