СПИВАК Семён Израилевич (4.2. 1945, Днепропетровск ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1985), проф. (1988). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2014), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1967) СССР ФА Себер бүлексәһенең Катализ ин‑тында (Новосибирск ҡ.) эшләй. 1976 й. алып Өфөлә: НИИнефтехимда өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. башлап сектор, 1986 й. — БДУ‑ның матем. модель әҙерләү каф., бер үк ваҡытта1992 й. алып Нефтехимия һәм катализ ин‑тында лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре математик модель әҙерләүгә, химик кинетикаға, термодинамикаға, финанс һәм актуар математикаға, химик, нефтехимик, ферментатив процестарҙы оптималләштереүгә арналған. С. тарафынан кире мәсьәләләрҙе сығарған ваҡытта кинетик һәм термодинамик үлсәүҙәрҙең мәғлүмәтле булыуын анализлау принциптары, параметрҙар вариацияһы ваҡытында химик реакторҙарҙың ҡулайлы режимдарының сифатын һаҡлау шарттары әйтеп бирелә, дөйөм шарттарҙа кинетика һәм термодинамиканың кире мәсьәләләре сығарылыштарының берәү генә булмау проблемаһы хәл ителә. 800‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Математические модели химической кинетики. М., 1977 (авторҙ.); Обратные задачи формирования молекулярно‑массовых распределений. М., 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика