СПИВАК Александр Иванович [17.11. 1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Михайловка а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 20.1.2007, Өфө], тау инженеры. БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), техник ф. д‑ры (1972), проф. (1972). РСФСР‑ҙың (1974), БАССР‑ҙың (1967) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1953) 1956—2007 йй. (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй: 1962 й. алып тау‑нефть ф‑ты деканы, 1964—72 йй. уҡыу-уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1976 й. башлап ректор, 1994 й. — ректорсоветнигы. 1972—75 йй. алып Милли нефть, газ һәм химия ин‑тында (Алжир). Фәнни эшмәкәрлеге тәрән скважиналарҙы быраулау проблемаларына арналған. С. тарафынан тау тоҡомдарын абразивлыҡ һәм емерелеү механикаһы өлкәһендә, ш. иҫ. бырауҙар ҡулланып, тикшереү үткәрелгән; тоҡомдарҙы вата торған инструменттарҙың туҙыуға ҡаршы тороуының теоретик нигеҙҙәре эшләнгән. С. етәкс. фрезалы бырауҙарҙы файҙаланған ваҡытта уларҙың эшләү һәләтен арттырған йыуҙырыу шыйыҡсалары һәм майҙар өсөн химик составы б‑са төрлө присадкалар уйлап сығарылған. Асыштары БР һәм РФ‑тың нефть‑газ ятҡылыҡтарында индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 43 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (1999). Окт. Революцияһы (1986), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Халыҡтар дуҫлығы (2003), “Почёт Билдә .е” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә урамға С. исеме бирелгән (2010), ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2008).

Х е ҙ м.: Механика горных пород. М., 1975 (авторҙ.); Разрушение горных пород при бурении скважин. М., 1994 (авторҙ.); Технология бурения нефтяных и газовых скважин. М., 2007 (авторҙ.).

А.Н.Попов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: А.И.Спивак

Яндекс.Метрика