“АУЫЛ КӨНКҮРЕШЕ”, Уфимский сельскохозяйственный листок” баҫмаһының тәржемәүи а.х. журналы. Өфө губ. земствоһы органы. 1914 й. ғин. алып 1917 й. февр. тиклем Өфөлә айына 2—3 тапҡыр төрки телендә сыға. “Шәреҡ” типографияһында нәшер ителә. Журналда а.х., сауҙа, сәнәғәт проблемалары б‑са мәҡәләләр, ш. уҡ Өфө губ. земствоһының протоколдары, уставтары, отчёттары баҫыла. Мөхәррире — П.Ф.Коропачинский, тәржемәсеһе — С.Л.Рәмиев.

Тәрж. Р.М.Шәрипова