СПЕКТОР Юрий Иосифович (1.1. 1960, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (1998). РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ эшләй (1998 й. алып хужалыҡ иҫәбендәге ғилми‑тикшеренеү лаб. етәксеһе). 2001 й. башлап Мәскәүҙә: “Гипротрубопровод” проект ин‑тында баш инженер, ген. дир., 2005 й. алып үткәргес торбаларҙы, яғыулыҡ‑энергетика комплексы объекттарын төҙөү һәм эксплуатациялау б‑са Бөтә Рәсәй ҒТИ вице‑президенты, 2008 й. — беренсе вице‑президенты, 2009 й. — “Интекс” ЯСЙ Идара итеү компанияһының ген. дир., 2011 й. — “Трансинжиниринг” ЯСЙ ген. дир. 1‑се урынбаҫары, 2012 й. — “Газпром ВНИИГАЗ” ЯСЙ ген. дир. советнигы, 2013 й. башлап “Газпром промгаз” ААЙ ген. директоры. Фәнни эшмәкәрлеге газ- нефть үткәргестәрен һәм газ‑нефть һаҡлағыстарын ҡороу һәм ремонтлауға арналған. С. ҡатнашлығында үткәргес торбаларҙы балластировкалау, ярҙарҙы нығытыу, трасса буйлап юлдар һалыу өсөн тупраҡты мелиорациялау б‑са, үткәргес торба системаларын диагностикалау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, тупраҡтарҙың үҙсәнлектәрен яһалма рәүештә яҡшыртыу технологияларын ҡулланып, газ‑нефть үткәргестәрен төҙөү һәм ремонтлау технологияларының теоретик нигеҙҙәре эшләнә. Асыштары БР, РФ һәм БДБ илдәренең үткәргес торба транспорты пр‑тиеларында индерелгән. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 23 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Новые технологии в трубопроводном строительстве на основе технической мелиорации грунтов. М., 1996 (авторҙ.); Строительство подводных переходов трубопроводов способом горизонтально направленного бурения. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика