СПОРТ ҺАРАЙҘАРЫ, төрлө спорт төрҙәре б‑са күнекмәләр һәм ярыштар, тамаша һәм күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар үткәреү өсөн ябыҡ архитектур ҡоролмалар. Бассейндары, боҙ майҙансыҡтары, спорт һәм тренажёр залдары, трибуналары, ярҙамсы биналары һ.б. бар. Башҡортостанда тәүге С.һ. 1967 й. Өфө һәм Октябрьский ҡҡ. төҙөлә. Шулай уҡ Салауат (ҡара: “Нефтехимик”), Нефтекама (2006), Стәрлетамаҡ ҡҡ. (“Стәрлетамаҡ‑Арена”, 2012) С.һ. эшләй.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика