СПОРТ НАГРАДАЛАРЫ, спортсының хеҙмәттәрен күреү таныҡлығы, бүләкләүҙең бер формаһы. С.н. 19 б. 2‑се ярт. заманса спорт төрҙәре үҫешеү, милли һәм халыҡ‑ара ярыштар ойоштороу, спорт берекмәләрен булдырыу м‑н индерелә. С.н. донъя, континентһәм милли рекордтар өсөн бирелә, уларға Олимпия уйындары, донъя, континент, айырым илдәр чемпионаттары миҙалдары; лавр веногы һәм чемпиондар таҫмаһы; күсмә приздар (кубоктар), грамоталар, дипломдар, жетондар инә. СССР МС‑тың “Спорт‑техник ҡаҙаныштары өсөн совет спортсыларын бүләкләүгә миҙалдар һәм жетондар булдырыу тураһында” (1947) ҡарарына ярашлы, СССР чемпионатында 1—3‑сө урындар яулаған спортсыларҙы дәртләндереү маҡсатында алтын һәм көмөш миҙалдар, ш. уҡ көмөш һәм бронза жетондар булдырыла. 1958 й. алып СССР беренселеге ярыштарының чемпиондарына һәм призёрҙарына алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар тапшырыла. 1970 й. СССР МС ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт ком‑ты ҡарары м‑н награда миҙалдары индерелә: “Халыҡ‑ара класлы спортсылар әҙерләү өсөн” (донъя, Европа һәм СССР чемпиондарын әҙерләгән тренерҙар бүләкләнгән), “Физик культура һәм спорт өлкәһендә иң яҡшы фәнни‑тикшеренеү эштәре өсөн”, “СССР чемпионы тренеры”. Башҡортостанда тәүге С.н. яулаусы — С.И.Елисеев.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика