СӨНӘЕВ Рәшит Әли улы (1.3.1943, Ташкент), астрофизик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1984), РФА акад. (1992), БР (1991) һәм ТР (1995) ФА‑ның почётлы академигы, АҠШ Милли ФА (1991), Германия Милли ФА (2003), Лондон Короллеге йәмғиәте (2009) һ.б. ағзаһы. Физика‑матем. ф. д‑ры (1973), проф. (1987). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлаған (1966). 1968 й. алып СССР ФА‑ның Ғәмәли математика ин‑тында; 1974 й. башлап теоретик астрофизика лаб., 1982 й. — юғары энергиялар астрофизикаһы бүлеге мөдире, 1992 й. — РФА‑ның Йыһан тикшеренеүҙәре ин‑тында (икеһе лә — Мәскәү) баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1975—2001 йй. Мәскәү физика-техника ин‑тында уҡыта, 1996 й. алып М.Планк ис. йәмғиәттең Астрофизика ин‑ты директоры (Гархинг ҡ., Германия). Фәнни хеҙмәттәре релятив астрофизика һәм космологияға арналған. С. ҡатнашлығында ҡара упҡындарға һәм нейтронлы йондоҙҙарға ҡарата дискылы аккреция теорияһы уйлап табыла (1972—77, Н.И.Шакура м‑н берлектә), магнит ҡыры көслө булған нейтронлы йондоҙҙар нурланышының циклотрон һыҙыҡтары (1974, Ю.Н.Гнедин м‑н берлектә), ҡалдыҡ нурланыштың мөйөшләтә таралыуындағы Доплер акустик көсөргәнешлектәре (1970, Я.Б.Зельдович м‑н берлектә), галактикалар тупланмаһы йүнәлешендә уның спектры үҙгәреүе (1972, Сөнәев—Зельдович эффекты) алдан әйтеп бирелә, юғары т‑ралағы плазмала комптонизация ваҡытында нурланыш спектрын һүрәтләгән формула сығарыла (1980, Сөнәев—Титарчук законы). 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Письма в астрономический журнал” (“Астрономик журналға хаттар”) ж. баш мөхәррире (1985 й. алып). РФ‑тың Дәүләт пр. (2000), Халыҡ‑ара астрономия союзының космология б‑са Грубер пр. (2003), Швеция Короллеге ФА‑ның астрономия б‑са Крафурд пр. (2008), физика б‑са Король Фейсал ис. пр. (2009), Киото пр. (2011) һ.б. лауреаты. “Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2013).

Х е ҙ м.: Small‑scale fluctuations of relic radiation //Astrophysics and Space Science. 1970. №7 (авторҙ.); Black holes in binary systems. Observational appearance //Astronomy and Аstrophysics. 1973. №24 (авторҙ.).

Ю.А.Лебедев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика