СПОРТ МӘКТӘПТӘРЕ, спортсыларҙы әҙерләгән махсус учреждениелар. С.м. 3 төрө айырыла: балалар‑үҫмерҙәр, олимпия резервы (махсус) һәм юғары спорт оҫталығы. Башҡортостанда беренсе С.м. 1946 й. Өфөлә асыла (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе). Респ. 130‑ға яҡын С.м. эшләй (2008), шулар араһында Биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе, Грек‑рим көрәше һәм милли көрәш буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе, Велосипед спорты буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе, Трамплиндан саңғыла һикереүһәм саңғы буйынса икебәйге олимпия резервы спорт мәктәбе, Хәҙерге бишбәйге буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе, Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса спорт мәктәбе һ.б.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика