СПОРТ ҠОРОЛМАЛАРЫ, һауыҡтырыу һәм уҡыу‑күнекмә дәрестәре, төрлө спорт төрҙәре б‑са ярыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән айырым биналар һәм төҙөлөш комплекстары. Спорт‑тамаша (демонстрация), уҡыу‑күнекмә һәм физкультура‑һауыҡтырыу ҡоролмалары айырыла. БР‑ҙа 10,3‑тән ашыу С.ҡ. эшләй: 132 бассейн, 5 спорт һарайы, 42 стадион, 3285 спорт залы, 170 саңғы базаһы, 627 атыу тиры, 12 атыу урыны һ.б. (2008).

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика