СӨЛӘЙМӘНОВ Наил Тимерйән улы (15.4.1939, ТАССР-ҙың Ашытбаш а.), инженер-электромеханик. Техник ф. д-ры (1998), проф. (2000). БР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1998), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978). Саңғы ярышы б-са СССР-ҙың спорт мастеры (1964). Ҡазан авиация ин-тын тамамлағандан һуң (1963) 1970 й. тиклем ӨПЭЗ-дә, 1973 й. алып ӨАИ‑ла эшләй. 1986 й. башлап БДУ-ла, бер үк ваҡытта 1991–2000 йй. Башҡ-н патент белеме һәм сертификация ин-ты (Өфө) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге интеллектуаль милек һәм сифат менеджменты проблемаларына, сүсле-оптик приборҙар һәм системалар эшләүгә арналған. С. тарафынан осоу аппараттары хәрәкәтенең хәүефһеҙлеге м-н идара итеү системалары, ш. иҫ. бәрелешеүҙәрҙе иҫкәртеү системалары; физик күренештәрҙең аналогияһы һәм оҡшашлығы теорияһы һ.б. уйлап табыла. 260-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 80 уйлап табыу авторы. БР сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы рәйесе (1993–2009).

Хеҙм.: Курсовая система самолёта-истребителя КСИ. М., 1968; Надёжность элементов и средств управления с распределёнными параметрами. М., 1980 (авторҙ.); Сертификация продукции, услуг, систем качества и производств. М., 1996 (авторҙ.).

В.Г.Петряков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика