СӨЛӘЙМӘНОВ Вафа Сағуман улы [9.12.1901, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Усман а. (БР-ҙың Балтас р-ны) – 11.5.1983, Өфө], астроном. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1954). Халыҡ мәғарифы ин-тын (1928), МДУ эргәһендәге математиктар курсын тамамлаған. 1922 й. алып балалар йортонда эшләй (Бөрө ҡ.). 1925 й. башлап Өфөлә: 1931 й. тиклем Башҡ-н өлкә совет партия мәктәбендә, бер үҡ ваҡытта 1926 й. алып В.И.Ленин ис. урта мәктәптә уҡыта; 1932–75 йй. БДУ-ла, шул уҡ ваҡытта 1931–37 йй. Башҡ-н юғары коммунистик а.х. мәктәбенең һәм 1936–38 йй. Башҡ-н уҡытыусылар белемен камиллаштырыу ин-тының матем. һәм физика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡыйғас болоттарҙы тикшереүгә, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында астрономия, математика, физика уҡытыу методикаһына арналған. БДУ-лағы Ерҙең яһалма юлдаштарын оптик-визуаль ысул м-н күҙәтеү станцияһы етәксеһе (1976 й. тиклем). “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән (1954).

Хеҙм.: Русса-башҡортса астрономия терминдәре. Өфө, 1954.

Г.Р.Сөләймәнова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика