СПОРТ КЛУБТАРЫ, спортсыларҙы һәм спорт яратыусыларҙы берләштергән ижт. йәмәғәт йәки шәхси ойошмалар. С.к. төп маҡсаттары һәм бурыстары: матди‑техник базаны үҫтереү, физкультура‑һауыҡтырыу һәм спорт сараларын, спортсыларҙы һәм командаларҙы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыуға әҙерләү өсөн уҡыу‑тренировка йыйындарын ойоштороу һәм үткәреү, ижт. йәмәғәт физкультура кадрҙарын әҙерләү һәм квалификацияларын күтәреү, тренерҙар советы һәм судьялар коллегияһы эшен булдырыу һәм ойоштороу, клуб ағзаларына мәғлүмәт, соц. һәм хоҡуҡи һ.б. ярҙам күрһәтеү. Башҡортостанда беренсе С.к. 1961 й. Өфөлә асыла (ҡара: “Ағиҙел”, “Батыр”, Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы). Респ. 90‑дан ашыу С.к. эшләй (2008), шулар араһында — “Буревестник”, “Ирбис”, “Локомотив”, “Ринг Башкортостана”, “Салауат Юлаев”, Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы, Ҡадиров Ғ. исемендәге спорт клубы, “Урал” һ.б.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика