СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №16. Өфөлә урынлашҡан. 1985 й. “Хеҙмәт” ДСО‑һының ДЮСШ булараҡ ойошторола, 1990 й. алып Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә советы СДЮШОР‑ы, 1993 й. — Спорт гимнастикаһы б‑са балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Мәктәптә 360‑тан ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 13 уҡытыусы‑тренер эшләй (2008). Махсус гимнастика залы бар (31х18 м). Мәктәп командаһы — “Башҡорт нефте” кубогына Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе (1983—2009). 70‑тән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Мәктәп м‑н В.Б.Некрасов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.Б.Некрасов

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика