“СПАРТАК” Б а ш ҡ о р т о с т а н  Р е с п у б л и к а һ ы н ы ң  ф и з к у л ь т у р а ‑ с п о р т  й ә м ғ и ә т е. Өфөлә урынлашҡан. 1935 й. сәнәғәт кооперацияһының “С.” физкультура‑спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә советы булараҡ ойошторола, 1960 й. алып Профсоюздар ДСО‑һы, 1987 й. — Бөтә Союз профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә советы составында. 1991 й. башлап физкультура‑спорт клубы, 1998 й. хәҙ. статусын ала. 460‑тан ашыу физик культура коллективы берләшкән; 270 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә (2008). Тәрбиәләнеүселәре араһында В.М.Агибалов, Р.А.Баталова, Р.М.Буранғолова, В.Н.Бычков, В.Г.Вагин, С.Л.Каледин, В.Е.Сафонов һ.б. Йәмғиәт м‑н тренерҙар Ә.Ғ.Агеев, П.З.Буйлов, Б.М.Мосиевич, М.П.Огородникова, В.А.Пегов, И.П.Скрябин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика