СОЛТАНОВ Марат Хәтмулла улы [2.7.1952, БАССР-ҙың Ҡандра р-ны Әтек ҡсб (БР‑ҙың Туймазы р-ны)], физик. Техник ф. д-ры (2005), проф. (2008). Х.А.Солтановтың улы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1974) эшсе йәштәр мәктәбендә (Дәүләкән ҡ.) уҡыта. 1977 й. алып ИПТЭР-ҙа эшләй: 1984 й. башлап бүлек мөдире, 2000 й. – ген. дир. урынбаҫары, 2008 й. алып Магистраль үткәргес торба һәм энергия һаҡлау объекттарын эксплуатациялауҙың ышаныслылығы һәм хәүефһеҙлеге ғилми үҙәгенең дир.–ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба транспорты проблемаларына арналған. С. етәкс. магистраль нефть продукттарын үткәргестәрҙең ышаныслылығын тәьмин итеүҙең комплекслы системаһы төҙөлә, уның ҡатнашлығында эшләп торған үткәргес торбаларҙы ремонтлау һәм ҡорос үткәргес торбаларҙың көсөргәнешле деформацияланған хәлен диагностик магнит үҙенсәлектәренә ҡарап тикшереп тороу өсөн технологиялар һәм техник саралар уйлап табыла. Тикшеренеү һөҙөмтәләре “Транснефть” һәм “Транснефтепродукт” ААЙ-лары пр-тиеларында индерелгән. 150 фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Долговечность магистральных трубопроводов. М., 2005.

С.Г.Бажайкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика