СОЛТАНОВ Байраҡ Зәки улы (21.9.1933, Бөрө ҡ.), тау инженеры. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002). Техник ф. д-ры (1984), проф. (1986). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1995), БАССР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1988). Свердловск тау ин-тын тамамлағандан һуң (1955) Урта Азияның геол. ойошмаларында эшләй, 1958–60 йй. Көньяҡ Урал терр. геол. идаралығында (Өфө) тематик партия нач., 1960 й. алып Свердловск тау ин‑тында. 1965 й. башлап ӨДНТУ-ла: 1982–2002 йй. нефть промыслаһы механикаһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1985–89 йй. нефтемеханика ф-ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге быраулау һәм нефть промыслаһы механикаһы проблемаларына арналған. С. етәкс. ауыш һәм горизонталь скважиналарҙы быраулау технологиялары б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә. С. тарафынан тәрән скважиналарҙы быраулау ваҡытында инструменттарҙың тотороҡлолоғо һәм динамикаһы м-н идара итеү теорияһы эшләнә, ҡуйылығы юғары флюидтар өсөн приводы өҫтә торған винтлы насос ҡоролмаһы уйлап табыла. Асыштары БР, РФ-тың башҡа төбәктәре һәм Ҡаҙағстан нефть промыслаһы пр‑тиеларында индерелгән. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 163 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Управление устойчивостью и динамикой бурильной колонны. М., 1991; Бурение наклонных и горизонтальных скважин. М., 1997 (авторҙ.); Эксплуатация оборудования для бурения скважин и нефтегазодобычи. М., 2004 (авторҙ.).

М.Ә.Илһамов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика