СОРОКИН Егор Валерьевич (23.4.1977, Өфө), спортсы. Спорт ориентиры б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1998). 7‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.А.Капитонов, В.М.Прохоров). Рәсәй чемп. (1998, 2000; 2 тапҡыр, 2002; 2003—06), Рәсәй кубогын яулаусы (1999), Рәсәй чемпионаттарының (1999, 2006) һәм Рәсәй кубоктарының (2000, 2002—03, 2005—07) көмөш призёры, Донъя кубогы этабының (2003), Европа (2002) һәм Рәсәй (2007) чемпионаттарының бронза призёры. Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемп. (8 тапҡыр, 1996—97), Донъя кубогының бронза призёры (2 тапҡыр, 1997). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—2008). 2007 й. алып 7‑се СДЮСШОР дир., 2010 й. — Өфөнөң Дим р‑нындағы физик культура һәм спорт ком‑ты рәйесе.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика