СОЛТАНОВА Светлана Тәлғәт ҡыҙы (9.8.1967, Өфө — 2.4.1992, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1991). БДУ‑ны тамамлаған (1989). “Нефтсе” спорт комб‑ты ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Е.В.Зонтов), 1984—92 йй. хәҙерге бишбәйге буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе һәм “Буревестник” спорт клубы (тренеры В.С.Голиванов) өсөн сығыш яһай. Европа кубогын яулаусы (1990), СССР чемп. (1991), шәхси зачётта Венгрияның асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1988). 2009 й. алып Өфөлә С. иҫтәлегенә үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында асыҡ беренселек үткәрелә.

В.С.Голиванов

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика