СОКОЛОВ Игорь Александрович (2.1.1958, Өфө), спортсы. Пуля менән атыу б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1978), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1980), Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1995), халыҡ‑ара (2002) һәм бөтә Союз (1988) категориялы судья. Воронеж физик культура ин‑тын тамамлаған (1989). ДОСААФ‑тың Өфө атыш клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары А.П.Банников, В.Б.Фокин). Башҡортостанда беренсе Олимпия уйындары чемп. (1980). Шәхси һәм команда зачёттарында донъя (9 тапҡыр, 1979—83), Европа (8 тапҡыр, 1978—84), СССР (1978, 1980) чемп., донъя чемпионаттарының көмөш призёры (1979, 1983, 1986), шәхси зачётта Мәскәүҙә үткәрелгән “Дуҫлыҡ—84” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (2 тапҡыр, 1984). Ирҙәр араһында донъя (4 тапҡыр, 1980—83) һәм Олимпия уйындары (1980), үҫмер спортсылар араһында Европа (1978) рекордсыһы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1978—88). 1991 й. алып Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры. Халыҡтар дуҫлығы (1985), “Почёт Билдәһе” (1980), Халыҡтар дуҫлығы (2004) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Путь к олимпиаде. Уфа, 1981.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

Яндекс.Метрика