СОЛТАНОВ Альберт Хан улы [20.6.1950, БАССР-ҙың Боҙаяҙ р-ны Боҙаяҙ а. (БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р-ны)], электр элемтәһе инженеры. Техник ф. д-ры (1996), проф. (1998). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). Новосибирск электротехник элемтә ин-тын тамамлағандан һуң (1973) Өфөлә эшләй: 1975 й. тиклем “Кабель” КБ-нда, 1979 й. алып СССР ФА БФ-тың Физика һәм матем. бүлегендә, 1981 й. башлап ӨДАТУ-ла: 1999 й. – телекоммуникация системалары каф. мөдире, 2004 й. – Инфокоммуникация технологиялары ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге инфокоммуникация технологияларына, йыһан һүрәттәрен эшкәртеүгә һ.б. арналған. С. ҡатнашлығында пейджинг һәм кәрәҙле элемтәләрҙең (AMPS һәм GSM cтандарттары), ш. уҡ банк системаһы өсөн спутник элемтәһенең төбәк селтәрҙәре ойошторола. С. етәкс. “УГАТУ‑САТ” микроспутнигының проекты эшләнә, “Оптик һәм спутник-ара коммуникацияларҙы проектлау һәм файҙаланыу” уҡыу-фәнни үҙәге, алыҫтан Ерҙе зондлау мәғлүмәттәрен ҡабул итеү һәм эшкәртеү (икеһе лә – ӨДАТУ эргәһендә), ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе йыһандан оператив мониторингылау (ӨДАТУ-ла һәм БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында) үҙәктәре ойошторола. 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Моделирование и обработка изображений в оптических системах космического видения. М., 1999 (авторҙ.); Волоконно-оптические системы передачи: вопросы оценки работоспособности. М., 2005 (авторҙ.); Методы повышения работоспособности сетей связи с системой сигнализации ОКС №7 в процессе эксплуатации. М., 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика