СОКОЛОВ Дмитрий Петрович (20.5.1924, Урал өлк. Фадюшино а.), спортсы. Саңғы ярышы (1952), биатлон (1958) һәм стендҡа атыу (1960) б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 20 км ярышта СССР чемп. (1958, 1961), донъя (1959) һәм СССР (1956) чемпионаттарының көмөш призёры, биатлон б‑са команда зачётында донъя чемп. (1959), донъя чемпионаттарының көмөш призёры (1958, 1961), 30 км патрулдәр ярышында СССР чемпионатының көмөш призёры (1955). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1960). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1957—61). 1958—64 йй. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте (Өфө) тренеры. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика