СОКОЛОВ Владимир Михайлович (15.3.1939, Өфө), тренер. Проф. (1998). Велосипед спорты б‑са СССР‑ҙың (1980) һәм РСФСР‑ҙың (1979) атҡ. тренеры, СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1967), СССР‑ҙың атҡ. (1970) һәм почётлы спорт мастеры (1965). РФ‑тың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000). Омск физик культура ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй (1980 й. алып велосипед спорты теорияһы һәм методикаһы каф. мөдире). “Буревестник” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (Омск ҡ., тренеры Л.И.Живодёров). Донъя (1970), СССР (1968—71) һәм СССР халыҡтары спартакиадаһы (1967, 1971) чемп., күп көнлөк халыҡ‑ара “Донъя велогонкаһы” ярыштары еңеүсеһе (1971). 1979—83 йй. СССР йыйылма командаһының өлкән тренеры. С. етәкс. СССР йыйылма командаһы Олимпия уйындары чемп. була (1980).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

П.: В.М.Соколов

Яндекс.Метрика