СЛИНИН Владимир Игоревич (28.12.1951, Ярославль ҡ. — 18.12.2004, Өфө), спортсы. Пуля менән атыу б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1975). Мәскәү өлкә физик культура ин‑тын тамамлаған (1990). ДОСААФ‑тың атыу клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренеры А.П.Банников). СССР (1975) һәм РСФСР (1973—79) чемпионы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1975—78). 2005 й. алып уның иҫтәлегенә йыл һайын Өфө асыҡ чемпионаты уҙғарыла.

В.М.Новцев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика