СКРЯБИН Игорь Петрович (17.2. 1937, Киров ҡ.), тренер. Тау саңғыһы спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1974). 1956 й. алып “Хеҙмәт” ДСО‑һы (Киев), 1962 й. — “Спартак” ДСО‑һы (Белорет ҡ.) тренеры. 1976 й. башлап Украинала эшләй. СССР (1980 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—98) ҡатын‑ҡыҙҙар йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында С.А.Гладышева, ш. уҡ 13 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (1994).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика