СКРИПКИН Артур Геннадиевич (9.9.1968, Украина ССР‑ы Рубежное ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1992). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура акад. тамамлаған (1996). “Хеҙмәт” ДСО‑һы (Белорет ҡ.) тәрбиәләнеүсеһе, 1992—97 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Өфө; тренерҙары П.С.Горулёв, С.С.Черепенькин). СССР кубогын яулаусы (1991), РСФСР (1990) һәм Рәсәй (1992—94) чемп., Европа чемпионаттарының көмөш (1993—94) һәм бронза (2 тапҡыр, 1994) призёры, БДБ чемпионатының бронза призёры (1992). Йәштәр араһында СССР (1989) һәм үҫмер спортсылар араһында РСФСР (1988) чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993—97). БР Ауыр атлетика  федерацияһы президенты (2007 й. алып).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика