СОЛТАНАЕВ Йәүҙәт Тәлғәт улы (19.7.1948, Орск ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың (2010), БР‑ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1990 й. алып дифференциаль тигеҙләмәләр каф. мөдире, 1982—83 йй., 1988— 2004 йй. матем. ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2001—12 йй. уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор. 2013 й. башлап БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре дифференциаль тигеҙләмәләргә, спектраль операторҙарға арналған. С. тарафынан Келдыш теоремаһы тибындағы ике яҡлы Таубер теоремалары табылған, М.В.Келдыш шарттарын ҡәнәғәтләндермәгән оператор коэф. өсөн сингуляр дифференциаль операторҙарҙың полиномиаль шәлкемдәренең спектраль асимптотикалары тикшерелгән, тарҡалмай торған сик шарттары булған кире спектраль мәсьәләләр сиселгән (В.А.Садовничий, А.М.Әхтәмов м‑н берлектә). 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ‑тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2011).

Х е ҙ м.: Обратные задачи Штурма—Лиувилля с нераспадающими краевыми условиями. М., 2009 (авторҙ.).

А.М.Әхтәмов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика