СОКОЛОВ Владимир Вячеславович (9.8.1952, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1990), проф. (1997). БАССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1983). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләгән, 1983 й. алып Матем. ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989 й. — бүлек мөдире, 1995 й. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1995—97 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта. 1997 й. башлап РФА‑ның Л.Д.Ландау ис. Теоретик физика ин‑тының (Черноголовка ҡ.) төп ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһының алгебраик аспекттарына арналған. С. тарафынан Лакс бирелешенә ҡарата Ли алгебраһы теорияһының ҡушымталары тикшерелгән, сәселеү теорияһының кире мәсьәлә ысулы м‑н интегралланыусы бүлендек сығарылмалағы һыҙыҡлы булмаған тигеҙләмәләрҙең исемлеге алына, ҡаты есем динамикаһының Кирхгоф тигеҙләмәләре м‑н тасуирланған теүәл интегралланыусы моделдәре һ.б. табылған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. С.В. Ковалевская ис. пр. лауреаты (2006).

Х е ҙ м.: Точно интегрируемые гиперболические уравнения лиувиллевского типа //Успехи математических наук. 2001. Т.56. Вып.1 (авторҙ.); Новый интегрируемый случай для уравнений Кирхгофа //Теоретическая и математическая физика. 2001. Т.129. №1.

А.В.Жибер

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика