СОБХАНҠОЛОВ Мәғәлим Әкрәмулы [11.4.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙеИҫке Ҡорос а. (БРҙың Баҡалырны) — 10.9.1976, Дүшәнбе], математик. Физикаматем. ф. дры (1963),проф. (1964). СССР юғары мәктәбе,Тажик ССРының халыҡ мәғарифыотличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк унтын тамамлаған (Сәмәрҡәндҡ., 1947). 1954 й. алып (өҙөклөкмн) Тажик унтында (Дүшәнбе) эшләй: фт деканы, функциялартеорияһы һәм матем. анализ каф.мөдире. 1968—70 й. БДУның матем.анализ каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре функциялар теорияһын үҫтереүгә,тура һәм кире аддитив мәсьәләләргә,дәрәжәле рәттәрҙең сик ҡиммәттәрен тикшереүгә һ.б. арналған.С. тарафынан Фату теоремаһы тибындағы теоремаларҙы эйәртеүлеФурье һәм тапҡырлы тригонометрикрәттәрҙең сикләмәгә яҡынлашыу тиҙлегенһәм суммаһын табыу һ.б. тикшереүөсөн ҡулланыу бса һөҙөмтәләралынған. 60ҡа яҡын фәнни хеҙмәтавторы.

Х е ҙ м.: Тауберовы теоремы с остатком.М., 1976.

М.Д.Рамаҙанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика