СМОРОДОВ Евгений Анатольевич (3.8.1954, Калинин өлк. Гнездово а. — 31.8.2009, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (2004). Ленинград политехник ин‑тын тамамлаған (1979). 1981—89 йй. — Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында, 1990—97 йй. С.‑Петербург пр‑тиеларында эшләгән. 1998 й. алып ӨДНТУ‑ла, бер үк ваҡытта 2001 й. башлап “БР‑ҙың энергия һаҡлау үҙәге” авт. коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының төп белгесе. Фәнни эшмәкәрлеге энергетиканың перспективалы технологиялары, кавитация күренештәре физикаһы, сонолюминесценция өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. С. тарафынан эксперименталь тикшеренеүҙәр нигеҙендә сонолюминесценция механизмының теоретик моделдәре тәҡдим ителгән, термоядро реакцияһының ультратауыш тәьҫирендә барыу мөмкинлеге раҫланған; БР һәм РФ‑тың нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары өсөн энергияны һаҡлаусы бер нисә технология уйлап табылған һәм ғәмәлгә индерелгән. 120 фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Методы анализа надёжности и эффективности систем добычи и транспорта углеводородного сырья. М., 2003 (авторҙ.); Физика и химия кавитации. М., 2008 (авторҙ.).

И.Р.Байков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика