СМИРНОВ Валентин Борисович [15.8.1916, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Мәсәғүт а. (БР-ҙың Дыуан р-ны) – 27.2.1993, С.-Петербург], геофизик. Техник ф. канд. (1954). СССР-ҙың почётлы полярнигы (1955), гидрометеорология хеҙмәте отличнигы (1967, 1980). М.А.Бонч-Бруевич ис. Ленинград электротехник элемтә ин-тын тамамлаған (1949). 1955–91 йй. Арктика һәм Антарктика ҒТИ-нда (Ленинград) эшләй: 1955–56 йй. дрейфта йөҙөүсе “Северный полюс–5” арктик ст., 1965–67 йй. Антарктидалағы “Мирный” поляр ст. геофизик отряд етәксеһе, бер үк ваҡытта 1963 й. алып радиотулҡындар таралыу лаб. нач., 1986 й. – өлкән ғилми хеҙм-ре. Фәнни эшмәкәрлеге ионосфераны ауыш зондлауҙың теоретик нигеҙҙәрен өйрәнеүгә арналған. С. ҡатнашлығында ионосфераны тикшереү өсөн “НАИС” аппаратураһы төҙөлгән. 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

С.Е.Кучеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика